09:20 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Төбәктә шәхси медицина клиникаларының популярлығы арта – эксперттар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ағымдағы йылдың ике айында ғына Башҡортостанда 3,9 миллиард һумға түләүле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Башҡортостанстаттың 1 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, түләүле медицина хеҙмәттәренең күләме бер йылда 9,1 процентҡа артҡан. Телекоммуникация өлкәһендәге хеҙмәттәр генә ҙурыраҡ үҫеш күрһәткән – плюс 14,4 процент, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Әлеге ваҡытта республикала медицина хеҙмәттәре баҙарының 20 проценттан ашыуын шәхси компаниялар биләй. Был ил төбәктәре араһында иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған медицина учреждениеларының иҫәбе бер тиң.
KPMG агентлығы аналитиктарының фекере буйынса, төбәк халҡы араһында шәхси клиникаларҙың популярлығы арта, сөнки улар түләүле медицина ярҙамын сифатлыраҡ тип уйлай. Ҡиммәтлеге буйынса Башҡортостан илдә 45-се урында тора: түләүле докторҙа булыу пациентҡа уртаса 1,08 мең һумға төшә. Дөйөм алғанда, белгестәр фаразлауынса, түләүле медицина хеҙмәттәре баҙары инфляцияға ҡарағанда йылдам үҫешәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика