02:39 (UTC+5), 05 Апрель 2017

Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсында 152 педагог ҡатнаша

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова /. Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2017» XXVII республика конкурсында 152 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың 61-е «Йыл уҡытыусыһы-2017» исеменә дәғүә итә, 31-е – иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 23-ө «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн көрәшә, 37 педагог «Йәш йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсында көс һынаша.
Быйыл Башҡортостан Мәғариф министрлығы конкурстың структураһын үҙгәртергә ҡарар итте. Ситтән тороп ойоштороу этабы йыл башында уҡ башланды, педагогтар интернет-ресурс әҙерләргә тейеш ине. 20 февралдән 3 мартҡаса уҡытыусылар Өфө мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр бирҙе.
«Ошо аҙнала, конкурстың икенсе этабы сиктәрендә педагогтар бер төркөм конкурс һынауҙарын үтәсәк. 3 апрелдә һөнәри оҫталыҡ марафоны ҡатнашыусыларҙың «Мин уҡытыусы» темаһына эссе яҙыуынан башланды. Унда уҡытыусыларҙың аң даирәһе киңлеге, һөнәри тәғәйенләнеш, тормошҡа ҡарашы баһаланды. 4 апрелдән уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, улар Мәғарифты үҫтереү институтында үтә. Бында уҡытыусылар үҙҙәренең педагогик тәжрибәһен күрһәтә. Ошо этап һөҙөмтәләре буйынса 152 педагогтан 50 кеше конкурста ҡатнашыуын дауам итәсәк», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында конкурсты ойоштороусы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының психология кафедраһы мөдире Лилиә Халиҡова.
6 апрелдә конкурсанттар команда составында үҙ мәғариф проекттары менән таныштыра. Бында ҡатнашыусыларға алдынғылыҡ сифаттары, фаразлау, командала эшләргә белеү, үҙенсәлекле, яңы тәжрибәгә асыҡ булыу кәрәк. IV этапҡа 25 ҡатнашыусы үтә, белем биреү сәйәсмәндәре ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәл уларға сираттағы һынау буласаҡ. Уның модераторы – республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Бәхәс форматында педагогтар төбәктә һәм Рәсәйҙә мәғариф сәйәсәтен үҫтереүҙең артабанғы тенденцияһы темаһына киң һәм ғилми нигеҙләнгән фекер алышасаҡ.
Бәйге финалына 20 ҡатнашыусы, финалсы һәм еңеүсе сығасаҡ. 7 апрелдә Конгресс-холдағы ябыу тантанаһында конкурстың абсолют еңеүсеһе атала. Республика конкурсы еңеүсеһе Сочиҙа уҙасаҡ «Йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ.
Конкурс жюрийына Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Альмира Ғәниева, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов, уҙған йылдарҙа еңгән уҡытыусылар инде, улар иҫәбендә 2016 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» Сергей Переверзев та бар.
«Былтырҙан алып республикала ошо конкурсты үткән педагогтарҙы берләштереү өсөн ойошторолған «Йыл уҡытыусыһы» клубы эшләй. Ул педагогик тәжрибә туҡтап ҡалмаһын, ә бөтә республика буйлап таралһын өсөн булдырылған. Район мәктәптәренә йөрөйбөҙ, — тип һөйләне Сергей Переверзев. — Уҡытыусы һөнәре хаҡында фекер йөрөтөп, педагогтарға һәр саҡ үҙҙәре тураһында белдерергә, бөтә яҡтан үҫешергә кәрәк, тип әйтә алам. Педагог һөнәре универсаль – бында режиссер, актер, юрист, менеджер оҫталыҡтары талап ителә».
«Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы Башҡортостанда 1991 йылдан уҙғарыла.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика