03:38 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Мәскәү дәүләт университеты Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөргә ниәтләнә

Башҡортостан Фәндәр академияһы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Мәскәүҙә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов менән Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничейҙың осрашыуы барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров һәм Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин ҡатнашты.
Әлфис Ғаязов шулай уҡ Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Геннадий Онищенко менән осрашты.
Ошо осрашыуҙар барышында «Фән һәм дәүләт ғилми-техник сәйәсәте тураһында»ғы Федераль Закон проектының Рәсәй Федерацияһы субъекттары әҙерләгән фәндәр академияларының хоҡуҡи статусына, төбәк фәндәр академиялары эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индереү, Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Фәндәр академияһы, республиканың ғилми һәм белем биреү ойошмалары менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мәсьәләләре ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Фәндәр академияһында.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика