10:00 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Бөрйән районында үҙенсәлекле экологик марафон башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөрйән районында Рәсәйҙә Экология, Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған «Тыуған яғым — алтын бишек!» тип аталған марафон башланды.
Йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгән сараларҙы үткәрергә Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы тәҡдим иткән.
Марафон Брәтәк ауылында гала-концерт менән башланып китте. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева Асҡар ауыл Советы биләмәһе башлығы Фәнзил Йәғәфәровҡа эстафета символын — махсус штандарт тапшырҙы. Башҡортостан ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы, Һарғая ауылы, эстафетаны Мәһәҙей мәҙәниәт йортонан алды.
Башҡортостан ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре һәм Һарғая ауылы халҡы 18 концерт номеры әҙерләгән. Концерт программаһына йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар, интермедиялар ингән. Тамашасыларға бигерәк тә Әлиә Исхаҡова, Ильяс Моратшин башҡарыуында йырҙар оҡшаны. Халыҡ бик күп йыйылғайны, тамашасылар экологик үҙәккә саҡ һыйҙы. 3 апрелдә ҡурсаулыҡ эстафетаны Байназар мәҙәниәт йортона тапшырҙы.
Ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙән тыш, «Тыуған яғым — алтын бишек!» марафоны халыҡта гражданлыҡ яуаплылығы һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүгә, халыҡ ижадын үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә, ауылдарҙы һәм йылға буйҙарын төҙөкләндереүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән.
Беренсе этапта жюри һәр ауылдың сығышын туғыҙ номинация буйынса баһалай: «Фольклор ансамбле», «Бейеү ансамбле», «Театр сәнғәте», «Инструменталь ансамбль», «Ғаилә ансамбле», «Ир-егеттәр вокаль ансамбле», «Ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле», «Нәфис һүҙ», «Үҙешмәкәр башҡарыусы». Тәүге этаптың йомғаҡтары 26 апрелдә Иҫке Собханғол ауылында район мәҙәниәт йортонда үтәсәк гала-концертта иғлан ителә.
Икенсе этаптың конкурс программаһы «Иң яҡшы депутат», «Иң яҡшы округ», «Иң төҙөк округ» һәм «Округтың иң яҡшы йәмәғәт эшмәкәре» номинацияларын үҙ эсенә ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика