08:00 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Өфөлә янғындарҙа һәм юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны һиҙелерлек кәмегән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2016 йылдың ғинуар-март айҙары менән сағыштырғанда Өфөлә янғындарҙа, производствола, юл-транспорт ваҡиғаларында, үҙ-үҙенә ҡул һалыу һөҙөмтәһендә һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында һәләк булыусылар һаны 33 процентҡа кәмегән. Баш ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәт яңғыраны.
Өҫтәүенә 2017 йылдың тәүге өс айында янғындарҙа һәләк булыусылар бер йыл элеккегә ҡарағанда 53 процентҡа аҙыраҡ. Суицидтар һаны 67 процентҡа, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны яртылаш кәмегән.
Баш ҡалала бишенсе йыл инде юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанының аҙайыуы күҙәтелә. Был күп осраҡта Эске эштәр министрлығы менән берлектә эш итеү, шулай уҡ инженер-техник һәм ойоштороу сараларына бәйле.
Һүҙ, атап әйткәндә, светофор хужалығын яңыртыу, 50-гә яҡын юл сатын төҙөкләндереү, бер нисә юлда тиҙлек режимын үҙгәртеү, яңы йәйәүлеләр үткәүелен һәм юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү өсөн күрелгән башҡа саралар хаҡында бара.
«Беҙ ышаныслы рәүештә дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ. Иң мөһиме — әле ҡалала алып барылған кеше ғүмерҙәрен һаҡлау сәйәсәте», — тип билдәләнеләр мэрияла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика