04:38 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Өфөлә Милли симфоник оркестрҙың 25 йыллығын халыҡ-ара музыка фестивале менән билдәләйҙәр

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. Өфөлә Милли симфоник оркестрҙың 25 йыллығы уңайынан Халыҡ-ара музыка фестивале уҙғарыла. 12 апрелдән 11 майға ҡәҙәр «Башҡортостан» дәүләт концерт залында классик музыка йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар була. Өфөгә тәүгә пианист Борис Березовский, виолончелист Глеб Степанов, Сингапурҙан дирижер Даррелл Анг килә, тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтендә.
12 апрелдә фестивалде Н.А Римский-Корсаковтың әҫәрҙәренән торған симфоник программа асып ебәрә. Пульт артында – оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов. С. Рахманинов оркестры менән фортепиано өсөн 3-сө концертта Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Борис Березовский соло башҡара.
23 апрелдәге концертта тамашасыларҙы виолончель өсөн оркестр менән К. Давыдов әҫәрҙәренең премьераһы көтә. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Глеб Степанов виолончелдә уйнай. Шул уҡ кистә ул К. Сен-Санстың виолончель өсөн оркестр менән 1-се концерт башҡара. Кисәнең программаһын А. Бородиндың «Баһадир» 2-се симфонияһы биҙәй. Дирижер пульты артында Өфө дирижеры Камил Абдуллин эшләй.
27 апрелдә өсөнсө фестиваль кисәһендә Рәсәй скрипкасыһы Никита Борисоглебский һәм дирижер Даррелл Анг (Сингапур) уртаҡ программа тәҡдим итә. Унда ре минор Я. Сибелиус скрипка өсөн оркестр менән концерт һәм Ф. Мендельсондың «Шотланд» 3-сө симфонияһы яңғыраясаҡ.
11 майҙа К. Орфтың «Carmina Burana» сәхнә кантатаһын башҡарыу юбилей фестиваленең иң юғары нөктәһе буласаҡ. Концертта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе – Алһыу Хәсбиуллина), Өфө сәнғәт институты хоры, Башҡорт дәүләт филармонияһы янындағы Малайҙар капеллаһы (етәксеһе – Клим Калитов) ҡатнашасаҡ.
Фестивалдең художество етәксеһе – Милли симфоник оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов. (347) 272-80-10, 273-78-89, 8-917-730-51-46 телефондары аша йәки Ufaconcert.ru сайтында билеттарға заказ бирергә, белешмә алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика