11:18 (UTC+5), 04 Апрель 2017

Башҡорт телендә «Башҡорт энциклопедияһы»ның бишенсе томы баҫылып сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә башҡорт телендә «Башҡорт энциклопедияһы»ның бишенсе томы донъя күрҙе. Был хаҡта «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының сайтында хәбәр ителә.
Баҫмала «П», «Р», «С» хәрефтәренә башланған 2300-ҙән ашыу мәҡәлә иҫәпләнә. Улар Башҡортостан тәбиғәтенә, төбәктең иҡтисадына, уның тарихына, фәнгә, техникаға, халыҡ ижадына, киң мәғлүмәт сараларына бағышланған. Шуларҙың 1000-гә яҡыны — күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең биографияһы. Китапҡа 600-ҙән ашыу иллюстрация, нота, административ һәм физик карта, Башҡортостандағы тораҡ пункттар һәм башҡорттар тығыҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәре тураһында өс йөҙләгән мәҡәлә ингән.
Баҫмала республика биләмәһендә йәшәгән сыуаш, поляк халыҡтарының, Пермь башҡорттарының тормошо һәм көнкүреше һүрәтләнгән. Шулай уҡ энциклопедияла Башҡортостандың Урал аръяғын һәм тау сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән алтын приискыһы хужалары һәм меценаттар Рәмиевтарға арналған мәҡәләләр ҙә бар. 1917 йылғы ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.
Баҫма рус телендәге «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләре нигеҙендә әҙерләнгән һәм яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырылған. Энциклопедия өҫтөндә эштә республиканың билдәле ғалимдары һәм белгестәре, яҙыусылар, журналистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика