04:48 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Юпитерҙың Ҡояшҡа табан ҡара-ҡаршы тороуы – апрелдең төп астрономик ваҡиғаһы

Андрей Старостин
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 8 апрелдә Өфө ваҡыты буйынса төнгө сәғәт 3 тула 20 минутта Ҡояш системаһының иң ҙур планетаһы Юпитер Ҡояшҡа ҡара-ҡаршы тора. Ерҙән күҙәткәндә газ гиганты иң ҙур ялтырау кимәленә етәсәк, ул планетаны төнгө күктә сағыу объект буйынса Ай һәм Венеранан һуң өсөнсө итә.
Ҡара-ҡаршы торғанда Юпитер иң ҙур сағыулыҡҡа эйә буласаҡ – 2,47 йондоҙ үлсәме һәм Ерҙән 667,2 миллион саҡрым алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Бинокль аша ҡарағанда Юпитер янында уның иң эре Европа, Каллисто, Ио һәм Ганимед юлдаштарын күрергә мөмкин.
«Әммә ҡара-ҡаршы торош төндө Ай Юпитерға бөтә матурлығы менән балҡырға бер аҙ ҡамасаулаясаҡ: тулыша башлаған саҡта ул күкте яҡтыртып, Юпитерҙың сағыулығын баҫасаҡ. Ҡалала уттар ҙа тулыһынса Юпитер менән һоҡланырға мөмкинлек бирмәйәсәк», — тип һөйләне Өфө планетарийының баш белгесе Тамар Денисова.
Юпитер оҙаҡ ваҡыт әле ошолай сағыу булып торасаҡ, яҡынса бер айҙан ул үҙенең сағыулығын -2,38 йондоҙ үлсәменә тиклем кәметәсәк. Ҡояшҡа табан ҡара-ҡаршы торғандан һуң Юпитер Ҡояш байығанға тиклем иртәрәк сығасаҡ, кистәрен көньяҡ-көнсығышта иң сағыу йондоҙ булып балҡыясаҡ, сөнки Венера күктә ҡояш ҡалҡыр алдынан ғына хасил буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика