03:32 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Яҡташыбыҙ Канадала Изге ихтыяр илсеһе итеп һайланды

Илдар Сәмерханов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандан Фәриҙә Сәмерханова Канадала Изге ихтыяр илсеһе итеп һайланды. Ул Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән Канаданың 150 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашты. Бындай яңылыҡ менән Торонто ҡалаһында йәшәүсе Фәриҙә социаль селтәрҙәге «Сит илдәрҙәге башҡорттар» төркөмөндә уртаҡлашты.
«Мине Изге ихтыяр илсеһе итеп һайланылар. Был сара сиктәрендә Башҡортостан исеменән Сәмерхановтар һәм Овезовтар ғаиләһе ҡатнашты. Таныштырыу күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, байрамда ҡатнашыусы 400-ҙән ашыу кешенең һәр ҡайһыһы тиерлек һорау бирҙе, беҙҙең менән фотоға төшөргә теләне», — тип һөйләй Фәриҙә.
Уның әйтеүе буйынса, ҡайһы берәүҙәр Рәсәйҙә урыҫтар ғына түгел, башҡа милләттәр йәшәүен тәүгә белде.
«Рәсәйҙә мосолмандар барлығы ихлас ғәжәпләнеү тыуҙырҙы, — тип һөйләй Фәриҙә. — Үҙебеҙҙең халыҡ костюмдарын, флаг, көнкүреш әйберҙәрен, сувенирҙарҙы күрһәтеп, Канада йәмғиәтен таң ҡалдырҙыҡ».
Миссиссаги ҡалаһы (Онтарио провинцияһы) мэры Фәриҙә Сәмерхановаға ижтимағи эше өсөн грамота тапшырҙы.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика