09:22 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Төбәктә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2019 йылға, Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға, республикала Европа кимәлендәге тәүге заманса тарихи-мәҙәни комплекс төҙөләсәк. Ул Бөрйән районында, бер өлөшө тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ булараҡ билдәләнгән «Урал батыр ере» биләмәһендә урынлашасаҡ.
Тәү сиратта музей комплексы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге үҙенсәлекле палеолит һүрәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Унда мәмерйәләге рәсемдәрҙе төшөрөү ҡаралған. Францияла (Ласко, Шове, Руфиньяк, Арси-сюр-Кюр) һәм Испанияла (Альтамира) шундай уҡ музейҙар бар. Ләкин уларҙан айырмалы рәүештә, Шүлгәнташҡа инеү юлы ябылмай.
Проекттың хаҡы — 350 миллион һум, ул республика ҡаҙнаһынан финанслана. Буласаҡ объекттың үҙенсәлеге ниҙә һәм ул Башҡортостандың туристик ҡеүәтенә нисек йоғонто яһауы мөмкин. Был хаҡта «Башинформ» агентлығының махсус проектында «Лонгридтар» бүлегендә уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика