05:14 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Төбәк эҙләнеүселәре сәрпәкләнгән баш һөйәктәрен тапты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан эҙләнеүселәре Ҡырымдың Белогорск районында ҡаҙыу эштәре барышында сәрпәкләнгән баш һөйәктәрен тапты. 31 мартта улар алдан күҙалланған Васильков һыҙаһы районында ҡәберлекте ҡаҙыуға тотондо. Ҡәберлекте эҙләнеүселәр алдан уҡ тапҡайны. Ул 1944 йылдың ғинуарында һәләк булған партизандарҙы һәм тыныс кешеләрҙе ерләү өсөн тәғәйенләнгән булған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында полиция батальондарынан немец-румын язалаусылары һәм уларҙың ярҙамсылары ошо ерҙәрҙә меңләгән тыныс халыҡты юҡ иткән.
«Был ҡан ҡойолошон оноторлоҡ түгел, Еңеү өсөн үҙ ғүмерен һалғандарҙың яҡты иҫтәлеге мәңге йәшәйәсәк, — тип һөйләне Башҡортостанда «Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте» төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков. — Килеп эҙләй башлағандың тәүге минуттарынан уҡ тағы ла бер санитар ерләү урынын таптыҡ. Әлегә алты кешене күтәрҙек, дүртәүһенең ауыр предмет менән һуғыуҙан баш һөйәге сәрпәкләнгән. Тағы ла 10 баш һөйәге күренә, бөтәһе лә сәрпәкләнгән».
Башҡортостан эҙләнеү отрядының эштәре дауам итә әле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика