11:24 (UTC+5), 03 Апрель 2017

Санкт-Петербургта башҡорт йәштәре араһында икенсе тапҡыр КВН уйыны уҙҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургтағы «Рекорд» йәштәр йортонда башҡорт йәштәре араһында шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы. Уны «Аманат» ассоциацияһы ойошторҙо.
Быйыл уйында биш команда ҡатнашты. Санкт-Петербургтан өс команда сығыш яһаны. Улар араһында — барыһына ла билдәле «Әннәгиҙергеннәйем» һәм ике яңы команда: «Ысын күңелдән» һәм «Бызылдыҡтар».
«Мәскәүҙән ике команданың килеүе уйынға йәм өҫтәне. Улар ҙа шаяндар һәм тапҡырҙар уйынында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Әлеге көндә Мәскәүҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған Республика-башҡорт-лицей интернаты егеттәренең «Сәй эсәйек» һәм ҡыҙҙарҙан ғына торған «Йыуаса» командалары. Улар Питер тамашасыларына ыңғай кисерештәр һәм яҡшы кәйеф бүләк итте», — тип һөйләнеләр «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһында.
«Сәй эсәйек» командаһы — 1 урын, «Йыуаса» — 2 урын, «Әннәгиҙергеннәйем» — 3 урын, «Ысын күңелдән» — 4 урын һәм «Иң яҡшы шаяртыу» номинацияһын, «Бызылдыҡтар» 5 урын яуланы. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — «Йыуаса» командаһы капитаны Гөлзифа Тотмановала, ә «Иң яҡшы ир-егет роле» — «Сәй эсәйек» командаһынан Илгизәр Мортазинда.
Уйын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика