11:11 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Республикала йәшәүселәрҙе Рәсәй кимәлендәге экологик квеста ҡатнашырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан халҡын Бөтә Рәсәй экологик уйынында ҡатнашырға саҡыралар. Экология йылы сиктәрендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы «Изге эштәр марафоны» экологик акцияһына старт бирҙе. Ойоштороусылар фекеренсә, проект рәсәйҙәрҙә социаль яуаплы тәртип булдырыуға йүнәлтелгән.
Ҡатнашыусыларға биш этапты үтергә кәрәк: «Үҙеңдән башла», «Ярҙам ит», «Тупла», «Аң-белем тарат» һәм «Донъяны үҙгәрт». Һәр этап бер нисә эште үҙ эсенә ала, мәҫәлән, өйҙә батарейкалар йыйыу пунктын ойошторорға мөмкин. Ҡатнашыусылар эштәрҙе үтәгән өсөн киләһе этаптарға үтергә һәм еңеүгә яҡынлашырға мөмкинлек биргән мәрәйҙәр ала. Акцияның сайтында ҡатнашыусыларҙың, иң изге ҡалаларҙың һәм мәктәптәрҙең рейтингы алып барыласаҡ. Әүҙемселәрҙең иң яҡшы проекттары «Иң яҡшы экологик тәжрибәләр банкы»на индерелә.
Рәсәйҙәр һәм йәмәғәт ойошмалары ҡабул итеү пункттары картаһын төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша ала. Тиҙҙән экологик отрядтар эшләй башлай, картаны төҙөүҙә ҡатнашҡан рәсәйҙәргә унда инергә тәҡдим ителә, сайтта яҙылырға мөмкин. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн инструкция төҙөлгән, унда идара итеүсе компаниянан хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыу пункттарын булдырыуға нисек өлгәшергә икәнлеге ентекле яҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика