02:28 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Өфөлә уңыш ҡаҙанған кешеләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте

Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған көндәрҙә Өфө ҡала Советында ҡала үҫешенә тос өлөш индергән өфөләрҙе ҡала округы һәм Советтың Почет грамоталары менән бүләкләнеләр. Наградаларҙы ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов тапшырҙы. Бөтәһе 41 кеше бүләкләнде. Ул – транспорт һәм торлаҡ предприятиелары, ҡаланы төҙөкләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, китапханасылар, төҙөүселәр, медицина, дөйөм туҡланыу хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.
Бүләкләү тантанаһы бер юлы өс иҫтәлекле датаға арналды. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе үҙҙәренең һөнәри байрамдарын – Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре көнөн билдәләй, Өфөнөң Орджоникидзе районына – 65 йыл, Октябрь районына 40 йыл тулды.
Бындай тантаналарҙы Өфө Советы даими ойоштора. Наградаларҙың ысын иҫәбе ҡала Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған кешеләрҙең иҫәбенән айырыла. Почет грамоталарының бер өлөшө Өфө халҡына урындарҙа һәм уларҙың хеҙмәт коллективтарында тапшырыла.
Бүләкләү тантанаһы ғәҙәттәгесә иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды, тип билдәләнеләр ҡала Советында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика