11:57 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Быйыл төбәктән 400-гә яҡын мосолман хажға барасаҡ

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл Башҡортостандан 400-гә яҡын мосолман хажға барасаҡ. Был уҙған йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙән ислам динен тотҡан 20 меңдән ашыу кеше Мәккәгә бара ала.
Былтыр Рәсәй өсөн квота 16,4 мең тәшкил итте, быйыл ул дүрттән бер өлөшкә артҡан. Үткән йылдарҙа Мәккәләге Әл-Харам мәсетен төҙөкләндереүгә бәйле квоталар аҙыраҡ ине. «Әлеге ваҡытта төп эштәр тамамланған, һәм Сәғүд Ғәрәбстаны ошо квотаны кире ҡайтарырға хәл итте», — тип Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рушан Әббәсовтың һүҙҙәрен килтерә баҫма.
Квота төбәктәр буйынса бүленгән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙың күбеһе — Дағстандан, унан ете меңгә яҡын кеше бара. Татарстандан — 1200 самаһы, Ингуш Республикаһынан 1400-гә яҡын диндар изге ергә юллана, шулай уҡ Чечен Республикаһынан, Мәскәүҙән һәм Себерҙән дә байтаҡ. Ҡырымға — 350-нән ашыу, Ставрополь крайына 250 урын бүленгән, Дондағы Ростовтан — 30-ға, Пензанан — 150-гә, Новосибирскиҙан 100-гә яҡын кеше хаж ҡыла.
Бынан алдараҡ агентлыҡ хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостан мөфтиәте хажды ойоштороу менән шөғөлләнәсәк берҙәм оператор билдәләгән — «Урал Сервис». Диндарҙарға «эконом» һәм «стандарт» программалары тәҡдим ителә. «Стандарт» программаһы — 150 мең һумға, «эконом» 105 меңгә төшәсәк. Республика мосолмандары Диниә назараты янында хаж буйынса комитет эшләй. Телефондар: 8-903-311-80-53, 8-937-303-37-34.
Ғибәҙәт ҡылыусылар Сәғүд Ғәрәбстанына август уртаһында юллана, хаж ҡылыу 1 сентябрҙә Ҡорбан байрамында тамамлана. Хаж — исламдың биш терәгенең береһе һәм Мәккәләге изге урындарға, атап әйткәндә, Ҡәғбә урынлашҡан Әл-Харам мәсетенә барыуға ҡайтып ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика