17:36 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Башҡортостанда йыл уҡытыусыһын һайлайҙар

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә XXVII «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы башланды. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә 152 уҡытыусы ҡатнаша. Шуларҙың 61-е «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» исеменә дәғүә итә, 31-е — иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, 23-ө «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн көрәшә һәм 37-һе «Йәш уҡытыусы-2017» конкурсында көс һынаша.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусылар биш көн буйына һөнәри оҫталыҡтарын, методик материал менән эш итә белеүҙәрен, коммуникатив сифаттарын күрһәтә. Бының өсөн «асыҡ» дәрестәр ойошторола. Улар, ҡағиҙә булараҡ, стандарт булмаған алымдар, уҡытыусыларҙың ижади фекерләүе, юғары кимәлле булыуы менән айырылып тора.
4 һәм 5 апрелдә конкурс программаһында оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, 6 апрелдә ҡатнашыусылар үҙҙәренең мәғариф проекттары менән таныштыра, шул уҡ көндә мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле уҙғарыла. Йома, 7 апрелдә, Конгресс-холда бүләкләү тантанаһы була.
Конкурсты ойоштороусылар — республиканың Мәғариф министрлығы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы.
Шишәмбе, 4 апрелдә, «Башинформ» агентлығында конкурсҡа арналған матбуғат конференцияһы ойошторола. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Альмира Ғәниева, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсы еңеүсеһе Сергей Переверзев яуап бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика