ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда бәлиғ булмағандар араһында өйләнешеүҙәр иҫәбенең кәмеүе күҙәтелә. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2012-2016 йылдар осоронда республика буйынса ЗАГС бүлектәре 18 йәшкәсә кешеләрҙең 1377 никахын теркәгән. Былтыр никах теркәү тураһындағы 25 меңдән ашыу акттан 208-е – иртә өйләнешеү.
Рәсәйҙә никахҡа инеү йәше 18-ҙән алып, айырым шарттар килеп тыуғанда ошо йәшкә етмәгән кешеләр араһында никах теркәлә. Уға йөккә ҡалыу йәки дөйөм уртаҡ балаларҙың булыуы ҡарай. Ғаилә кондексының 13-сө статьяһына ярашлы, никах йәшен кәметеү хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйыла һәм никах теркәүгә рөхсәт бирелә. Бындай мөнәсәбәттәргә 18 йәше тулмаған балаларҙың ни тиклем әҙерлеген бәлиғ булмаған никахтарҙың медицина, социаль һәм психологик аспекттарына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар тикшерҙе.
«Ғаилә психологияһы ирле-ҡатынлы йәшәү өсөн мотлаҡ психологик әҙерлек булыуы хаҡында һөйләй. Бәлиғ булмағандарҙа күбеһенсә ата-әсәләр менән бер-береһен аңлап бөтмәү, ата-әсәләр яғынан баҫымдан ҡасыу өсөн кейәүгә сығыу йәки өйләнеү кеүек ҡарар ҡабул итеү күҙәтелә. Аҙ тормош тәжрибәһе, икенсе кеше, әле тыумаған сабый өсөн формалашмаған яуаплылыҡ, финанс мөмкинлектәрҙең булмауы, бала тыуыу менән бәйле шәхси иреклектең кәмеүе – быларҙың барыһы ла йәш ир менән ҡатындың мөнәсәбәтенә кире йоғонто яһай, — тип һөйләне Республика ғаиләләргә, балаларға социаль-психологик ярҙам итеү үҙәге психологы Галина Шурухина. — Шул рәүешле психологик йәһәттән йәш ғаилә ирле-ҡатынлы йәшәүгә әҙер булмаған булып сыға, баланы тәрбиәләү буйынса төп бурыстар ата-әсәләрҙең елкәһенә ята. Шуға күрә баштан уҡ ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр араһында йылы мөнәсәбәттәр булырға тейеш».
«18 йәшкәсә граждандар – ул физиологик ҡараштан да балалар. Йөклөлөк күп осраҡта ҡатмарлы уҙа, ҡайһы берҙә сәләмәт булмаған балалар тыуа, — тип билдәләне 4-се бала табыу йорто ҡарамағындағы поликлиника мөдире Резеда Юлбарисова. — Ҡағиҙә булараҡ, ҡыҙҙарҙың психологик өлгөрмәгәнлеге менән бәйле йөклөлөккә яуаплы мөнәсәбәте булмай. Улар табиптарҙың кәңәштәрен үтәмәй, консультацияға йөрөмәй, өлкәндәргә ҡаты бәрелә, уларға айырым мөнәсәбәт талап ителә. Йылына бер-ике иртә йөккә ҡалыу осрағын күҙәтебеҙ».
«Ҡағиҙә булараҡ, никах йәшен кәметеү өсөн рөхсәт алырға йәштәр ата-әсәләре менән килә. Хакимиәт башлығының бойороғо менән никахҡа инергә рөхсәт бирелә, ул аныҡ осраҡҡа иҫәпләнгән. 2014 йылдан Киров районы буйлап ошондай 12 рөхсәт бирелде. Шул осраҡтарҙың араһында 10 ҡыҙҙың 17 йәше, икеһенең 16-һы тулмағайны. Тәү сиратта уларҙың никахҡа инеү менән тулыһынса хоҡуҡҡа һәләтлелек алыуы һәм тыуған балалар алдында бәлиғ булған ата-әсәләр кеүек шундай уҡ яуаплы булыуҙары хаҡында аңлатыу эштәре уҙғарыла», — тип билдәләне Өфөләге Киров районы хакимиәтенең бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комитет инспекторы Зилә Бәҙретдинова.
2015 йылда Башҡортостан прокуроры айырым осраҡтарҙа 16 йәше тулғансы никахҡа инергә рөхсәт биргән Рәсәй Ғаилә кодексының 13-сө статьяһын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән закон проектын тәҡдим итте. Ҡануни рәүештә 14 йәштән 15-кәсә никах йәшенең һуңғы сиген, был процедураның тәртибен билдәләргә тәҡдим ителде. Закон проекты никах йәшен кәметмәй ҙә, билдәләмәй ҙә, тик 16 йәшкәсә никахҡа инеү процедураһын ғына көйләй, ул әлеге ваҡытта яйға һалынмаған, тип иҫәпләй белгестәр. Хәҙер опека һәм попечителлек органдары уҙғарған тикшереү нигеҙендә, йөклө булғанда һәм бала тыуғанда республика башҡарма власть органы никахҡа инергә рөхсәт бирә.
Әммә тәҡдим ителгән закон проекты йәмғиәтте хәрәкәткә килтерҙе, депутаттарҙың закон проектын ҡарау туҡтатылып торолдо. Оҡшаш башланғыстар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ҡабул ителгән һәм ғәмәлдә ҡулланыла.
«Иртә никахҡа инеү осраҡтары төбәктә бар, әммә бындай һорауҙарҙы хәл итерҙәй норматив акттар кәрәк, әлегә ундай механизмдар юҡ. Әгәр 14 йәштәге ҡыҙ йөккә ҡалһа, ул үҙе бер нисек тә ЗАГС органына мөрәжәғәт итә һәм никахын теркәй алмай. Тәҡдим ителгән закон проекты йәмғиәттә, һис шикһеҙ, ҙур яңғыраш алды, әммә был бөтә 14 йәштәгеләр өсөн никахҡа инергә рөхсәт биреү тигәнде аңлатмай бит. Айырым шарттарҙа ғына никахҡа инеү рөхсәт ителә. Законды ҡабул итеп, ниндәй осраҡта 14 йәштәгеләр беҙгә мөрәжәғәт итә алыу тәртибе билдәләнәсәк. Моғайын, йәмғиәтебеҙ бындай яңылыҡтарға әхлаҡи яҡтан әҙер түгелдер. Төбәктә лә тиҙ арала бындай ҡарарҙы ҡабул итеү киҫкенлеге юҡ, иртә никахтар буйынса һандар беҙҙә ҙур түгел», — тип аңлатма бирҙе Өфөләге Киров районының ЗАГС бүлеге етәксеһе Нәилә Сәйетғәлина.