16:39 (UTC+5), 31 Марта 2017

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында боҙ кисеүҙәрен ябыу көнө иғлан ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында боҙ кисеүҙәрен ябыу көнөн иғлан иттеләр. 2 апрелдән Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында Ағиҙел йылғаһында боҙ кисеүе эшләмәй. Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша, Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында Кама йылғаһы аша һәм Бөрө янында Ағиҙел йылғаһы аша боҙ кисеүҙәре ябылған да инде.
Боҙ кисеүҙәре боҙҙоң йоҡарыуы сәбәпле эшләүҙән туҡтай. Тыйыусы билдәләр ҡуйылған.
«Көндәрҙең йылы тороуы арҡаһында һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ көндән-көн хәүефлерәк була бара, бәхетһеҙ осраҡтар ихтималлығы арта. Граждандарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән машина менән боҙға инмәҫкә кәрәк», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика