13:02 (UTC+5), 31 Марта 2017

1 апрелдән төбәктә «Йәйәүле» акцияһы старт ала

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 1 апрелдән Башҡортостанда «Йәйәүле» акцияһы башлана. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итә. Сара йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы авариялар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, 2017 йылдың башынан төбәктә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 234 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 18 кеше һәләк булған, 216-һы төрлө тән йәрәхәте алған. Һәр өсөнсө авария йәйәүлеләр менән бәйле, һәр икенсеһенә йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле.
Юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә оло йәштәге кешеләр һәм балалар йышыраҡ зыян күрә тип билдәләнә. Ошо категорияға ҡарағандарға транспорт ағымы араһында юлда йөрөү, яҡынлашып килгән машинаға тиклем араны билдәләү, уның тиҙлеген дөрөҫ баһалау ауырғараҡ тура килә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: юлда иң мөһиме — бер-береңде хөрмәт итеү һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, тип билдәләнеләр дәүләт автоинспекцияһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика