09:54 (UTC+5), 30 Марта 2017

Яҙғы саҡырылышта республиканан 5100-ҙән ашыу кеше Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5100-ҙән ашыу кеше Рәсәй армияһы сафын тулыландырасаҡ. Рәсәй Президенты указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә бөтәһе 142 мең кеше саҡырыла. Дәүләт башлығы яҙғы саҡырылыш башланыуы һәм хәрби бурыстарын үтәгән һалдаттарҙы ҡайтарыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә.
Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 5300-гә яҡын егет хәрби хеҙмәткә алынды, тип аңлатма бирҙеләр республика хәрби комиссариатында. Шуларҙың 3100 самаһы — Ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 320-нән ашыуы — Хәрби диңгеҙ флотына, 370 самаһы — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә, 70-тән ашыуы — Һауа десанты ғәскәрҙәренә, 490-ға яҡыны Милли гвардияға һәм башҡа ғәскәрҙәргә оҙатылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика