06:22 (UTC+5), 30 Марта 2017

Өфөлә һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың баш ҡалаһында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла. Һүҙ тәү сиратта Затон, Нижегородка, Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Максимовка, шулай уҡ Дим районының баҡсасылыҡ ширҡәттәре хаҡында бара.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, рейдтар барышында 696 торлаҡ һәм 79 баҡса йорттары тикшерелгән. Йорт хужаларына һыу баҫыу ихтималлығы булған ерҙән эвакуациялау ҡағиҙәләре яҙылған листовкалар таратылған. Бөтәһе 1800-гә яҡын кешегә инструкция үткәрелгән.
«Алдан көнкүреш техникаһын, йорт йыһаздарын, кейем-һалымды, аҙыҡ-түлекте, умарталарҙы, йорт хайуандарын, ҡош-ҡортто хәүефһеҙ урынға сығарырға кәрәк. Бынан тыш, һыу үткәрмәй торған материалға төрөп, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар запасын әҙерләү, шулай уҡ ғаилә ағзалары менән торлаҡты ҡалдырып киткәндә ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында әңгәмә уҙғарыу зарур», — тип һөйләне Ленин районы буйынса янғынды иҫкәртеү бүлеге начальнигы Алмаз Әхмәев.
Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡын осоронда балаларға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тәҡдим итә. Һыу ятҡылыҡтары янында уйнауҙы тыйырға һәм өй шарттарында, урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында даими әңгәмә үткәрергә кәрәк.
Белгестәр ашығыс хеҙмәттәрҙең, шулай уҡ туғандарҙың адресы, телефон номерҙары яҙылған ҡағыҙҙы күренеп торған урынға ҡуйырға кәңәш бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика