11:14 (UTC+5), 30 Марта 2017

Өфөлә «Аҡ сәскәләр көнө» хәйриә акцияһы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды «Аҡ сәскәләр көнө» хәйриә акцияһын ойоштора. Акция XX быуат башындағы хәйриә баҙарҙарынан башланғыс алған бай тарихҡа эйә. Балаларҙың, шул иҫәптән етемдәрҙең һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларҙың үҫеше проблемаларын комплекслы хәл итеү менән шөғөлләнгән «Мәрхәмәт» фонды изге йоланы тергеҙергә ҡарар итте.
Акция башланыуға тиклем өс аҙна ҡалғас, әүҙем әҙерлек старт алды: фонд ҡарауында булған балалар ирекмәндәр менән бергә аҡ сәскәләр – хәйриәлек символын әҙерләй башланы. Уларҙы акцияға ҡатнашҡандарға бүләк итеү ҡаралған. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусыларҙы байрам концерты, төрлө конкурстар, шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн ижади, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә. Килеүселәр махсус зонала иҫтәлеккә фотоға төшә һәм тематик фотокүргәҙмә менән таныша ала. Сара 8 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 7-гә тиклем «Мега» сауҙа үҙәгендә уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика