07:57 (UTC+5), 30 Март 2017

2017 йылда республикала бөтә дауаханалар ҙа пациенттарға ситтән тороп консультация бирә аласаҡ

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылдың аҙағына Башҡортостан халҡының Өфөгә килмәй генә тар белгестән диагноз алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ул Ситтән тороп консультациялар биреү үҙәге ярҙамында ғәмәлгә ашырыласаҡ. Февралдә яңы технологияны республиканың 17 медицина учреждениеһы һынаны. «Кардиология», «Неврология», «Нейрореабилитация», «Онкология», «Травматология-ортопедия», «Хирургия» йүнәлештәре буйынса 134 телеконсультация уҙғарылды. Быйыл төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостандың бөтә медицина учреждениеларына ошо функцияны таратыуҙы тамамларға ниәтләй.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров аңлатыуынса, Ситтән тороп консультациялар биреү үҙәге Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының бер өлөшө булып тора. Әлеге ваҡытта 187 медицина ойошмаһы мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған. Был технология тиҙ арала медицина мәғлүмәте менән алмашырға мөмкинлек бирә, шул иҫәптән, лаборатор тикшереүҙәр, электрокардиограммалар, юғары кимәлдәге белгестәргә консультацияға йүнәлтеү, шул уҡ ваҡытта консультацияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла пациенттың электрон медицина картаһын ҡарай ала. Ул диагноз ҡуйыу ваҡытын кәметергә һәм ваҡытында дауалай башларға, пациентты ваҡытында дауаханаға һалырға, медицина ярҙамының сифатын һәм асыҡлығын күтәрергә мөмкинлек бирә.
«Әлеге ваҡытта ҙур махсуслаштырылған клиникаларҙан алыҫ ятҡан, иң ҙур пациенттар ағымы күҙәтелгән беренсел һәм икенсел кимәлдәге медицина учреждениеларын телемедицина консультациялары менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә», — тип билдәләне министр.
Кимәл-ара телемедицина консультацияларын индереү маҡсатында Башҡортостан «Перинатология», «Неонатология», «Кардиология» кеүек профилдәр буйынса телемедицина технологияларын ҡулланыу федераль пилот проектына индерелгән. Уның сиктәрендә Республика кардиология үҙәге, Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Республика перинаталь үҙәге ике федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы – В.А. Алмазов исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш федераль медицина тикшереү үҙәге һәм В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология ғилми үҙәге менән телемедицина консультациялары уҙғара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика