07:25 (UTC+5), 29 Март 2017

Уҡыу ваҡытында бала тапҡан студенттар түләүле бүлектән бюджетҡа күсә аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҡыу ваҡытында бала тапҡан колледж, юғары уҡыу йорто студенттарын түләүленән бушлай уҡыуға күсеүгә хоҡуҡлы граждандар категорияһы исемлегенә индереү тәҡдим ителә. Бындай тәҡдимде Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы күтәреп сыҡты һәм Дәүләт Думаһы тарафынан хуплау тапты. Приказ проекты хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Әлеге ваҡытта күсереү хаҡында ғаризаны тапшырыр алдынан ике семестр дауамында бөтә имтихандарҙы «бик яҡшы» һәм «яҡшы» билдәләренә тапшырған студенттар ғына түләүленән бюджет бүлеккә күсә ала. Шулай уҡ етем балалар һәм уҡыу ваҡытында атаһын йәки әсәһен, йәки икеһен дә юғалтҡан студенттар, атаһы йәки әсәһе генә – уныһы ла I төркөм инвалиды булған һәм бер кешегә уртаса ғаилә табышы йәшәү минимумы күләменән артмаған 20 йәшкәсә студенттар ғына бындай хоҡуҡҡа эйә.
Фән һәм мәғариф министрлығының приказ проекты 1 апрелгәсә тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика