05:56 (UTC+5), 29 Марта 2017

Республика йылғаларында һыу кимәле норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә – Башгидромет

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм унан 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.
«Йылғаларҙың ваҡытында, уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы асылыуы көтөлә. Өфөлә йылғалар – 6-12 апрелдә, Башҡортостанда апрелдең беренсе декадаһы аҙағында һәм икенсе декадаһы урталарында асыла, — тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская. — Ғәҙәттә, һыу кимәле апрель аҙағында — май баштарында иң юғары күрһәткескә етә. Яҡынса алғанда, 27 апрелдән 5 майға тиклем, һауа торошона ҡарап».
Башгидромет башлығы һүҙҙәренсә, Өфө һыу посы эргәһендә Ағиҙелдең максималь кимәле 750-850 сантиметр булыр тип күҙаллана.
«Бурысыбыҙ — аныҡ фараздарға ярашлы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеү. Бында халыҡтың уяулығын баҫырға ярамай. «Ҙур һыу»ға әҙер булырға һәм тейешле саралар күрергә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, бер кемде лә ҡурҡытырға йыйынмайбыҙ. Объектив баһалайбыҙ, яҙғы ташҡынға әҙерләнәбеҙ һәм халыҡты яҡлау өсөн барыһын да эшләйбеҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика