05:12 (UTC+5), 28 Марта 2017

Төркиә илебеҙ халҡына Рәсәй паспорты менән инеүгә рөхсәт бирергә әҙер — «Известия» гәзите

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Төркиә Рәсәй менән ике ил граждандарының бер-береһенә эске шәхес танытмалары буйынса йөрөргә күсеүҙе тикшерергә әҙер. Ил аэропорттарында документтарҙы тикшереү өсөн тейешле ҡорамалдарҙы ҡуя башлағандар ҙа инде. Төркиәнең сит ил эштәре министры Мевлют Чавушоглуның һүҙҙәренә һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, яҡтар был мәсьәләне ике йыл элек, 2015 йылдың ноябрендә Сүриә сигендә Рәсәйҙең Су-24 самолетын шартлатыуға тиклем өйрәнде.
«Хәҙер, бәйләнештәребеҙ яйға һалынғас, һөйләшеүҙәрҙе дауам итә алабыҙ», — тип Төркиәнең Сит ил эштәре министрлығы башлығының телмәренән өҙөк килтерә ТАСС агентлығы.
Төркиә сиген үтеү буйынса ябайлаштырылған режим Грузия граждандары өсөн эшләй, Анкара Киев менән март уртаһында шундай уҡ килешеү төҙөнө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика