10:26 (UTC+5), 28 Марта 2017

Өфөләрҙе талпандарҙан һәм малярия серәкәйҙәренән һаҡлайҙар — республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләрҙе талпандарҙан һәм малярия серәкәйҙәренән һаҡлайҙар. Ҡала халҡын талпан энцефалиты, малярия йәки «сысҡан» биҙгәге эпидемияһынан һаҡлап алып ҡалыу өсөн республиканың баш ҡалаһында урман-парк зоналарын, һыу ятҡылыҡтарын эшкәртеү ҡаралған.
Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ошо вируслы ауырыуҙарҙың иң юғары нөктәһе яҙ аҙағына — йәй башына тура килә. Талпандарҙан, ғәҙәттә, тупраҡты, үләнде һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы, серәкәйҙәрҙән ҡалалағы һыу ятҡылыҡтарын эшкәртәләр.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы эпидемия миҙгелендә санитар-эпидемиологик именлекте һаҡлау өсөн Өфөлә 10400 гектар майҙанда дератизация саралары (кимереүселәрҙе юҡ итеү буйынса комплекслы саралар), 555 гектар ерҙә акарицид ярҙамында эшкәртеү (талпандарҙы юҡ итеүгә йәки барлыҡҡа килеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән махсус саралар) һәм 468 гектар майҙанда һыу ятҡылыҡтары серәкәйҙәре ҡарышлауыҡтарынан ларвицид ярҙамында эшкәртеү ҡаралған. Ларвицид ярҙамында эшкәртеү — махсус микробиологик иретмә, ул серәкәйҙәрҙең ҡарышлауыҡтарын ғына юҡ итә, кеше өсөн хәүефһеҙ.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда эшкәртеү күләмдәре — 360 гектарға, акарицид ярҙамында эшкәртеү күләмдәре 215 гектарға күберәк. Ошо эштәрҙе финанслауҙың дөйөм күләме 6 миллион һум тәшкил итә.
Бөгөнгә бөтә әҙерлек эштәре башҡарылған, шул иҫәптән кәрәкле саралар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөлгән, белгестәр, техника һәм ҡорамалдар сараларҙы үткәреүгә тулыһынса әҙер.
Был саралар Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Өфө хакимиәте һәм Республика дезинфекция үҙәге менән берлектә уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика