07:58 (UTC+5), 28 Марта 2017

Өфөлә кешеләр гигант велосипед яһап теҙеләсәк

Өфө хакимиәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл «I Bike Ufa» велофестивален ойоштороусылар Өфөлә ғәҙәти булмаған рекорд ҡуйырға ниәтләй.
28 майҙа «Динамо» стадионына килгәндәрҙең барыһы ла гигант велосипед фигураһын яһап теҙеләсәк. Велоспорт символын меңдән ашыу кеше төҙөр тип көтөлә. Шулай итеп, «Кешеләр ярҙамында башҡарылған иң ҙур велосипед һүрәте» тигән донъя рекордын уҙып китеү ҡарала, тип аңлатма бирҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Хакимиәттә хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәге рекорд 2015 йылдың сентябрендә Силлот ҡалаһында (Бөйөк Британия) теркәлгән, унда 794 кеше ҡатнашҡан. Өфөләрҙең ошо һөҙөмтәне уҙып китергә көсөнән килә, тип иҫәпләй фестивалде ойоштороусылар.
Сараға теләге булған һәр кем саҡырыла. Бының өсөн теркәлергә һәм фестиваль уҙғарылған көндә стадионға килергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика