12:23 (UTC+5), 28 Март 2017

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын һайлайҙар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 28-30 мартта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017» төбәк-ара конкурсының икенсе этабы уҙғарыла.
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 50 конкурсант, шул иҫәптән Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән ике уҡытыусы ҡатнаша.
Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, педагогик оҫталыҡ конкурсы уҡытыусы эшмәкәрлеген этаплап тикшереүҙе күҙ уңында тота. Беренсе этапта уҡытыусылар методик портфолио, эссе тәҡдим итте һәм асыҡ дәрестәр үткәрҙе.
Бөгөн башланған икенсе этап өс турҙан тора: «Минең педагогик инициативам» конкурсы, «Оҫталыҡ дәресе», «Мәғариф проекты». Бынан тыш, бәйгеселәр мәғариф сәйәсәте буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша.
Абсолют еңеүсенең һәм лауреаттарҙың исеме 7 апрелдә Конгресс-холда иғлан ителә. Шул уҡ көндә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» исеменә лайыҡ булыусы билдәләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика