06:01 (UTC+5), 28 Марта 2017

Өфөлә ҡаланың төньяғында крематорий төҙөү мөмкинлеге ҡарала

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө властары крематорийҙы алдан уйланылғанса ҡаланың көнбайышында түгел, ә төньяғында – сәнәғәт өлөшөндә төҙөргә мөмкин тигән фекер менән риза. Әле ҡаланың төньяғында крематорий төҙөү мөмкинлеге ҡарала, документтар әҙерләү бара. Был хаҡта РБК-Өфө баҫмаһына «Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты» директоры, ҡала Советы депутаты Руслан Кинйәкәев белдерҙе.
«Әлеге мәлдә Өфөлә крематорий төҙөлмәй. Киләсәктә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә крематорий урынлаштырыу мөмкинлеге өсөн документация әҙерләү буйынса планлы эштәр алып барыла», — тине ул.
Бына бер нисә йыл инде властар Өфөлә ҡәберлектәр өсөн ерҙең етмәүенә бәйле хәлде тикшерә, тип иҫкә төшөрҙөләр баҫмала. Уҙған йылдың аҙағында ҡала Советы 2017 йылда Көньяҡ зыяратты ябыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сөнки артабан уның сиктәрен киңәйтеү мөмкин түгел. Зыярат тораҡ пункттарға терәлеп тора. Быйыл март айында ҡаланың төбәк һәм федераль властарҙан яңы зыярат өсөн Өфөнөң көнбайыш сиктәрендә мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ерҙәрен бүлеүҙәрен һорағаны билдәле булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика