11:33 (UTC+5), 28 Марта 2017

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың ислам мәғарифы вәкилдәре хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың донъяуи һәм ислам мәғарифы вәкилдәре традицион ислам ҡанундары буйынса мәғрифәтселек проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеп килеште. Өфөлә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Евразия киңлегендә ислам мәғарифын үҫтереү буйынса дистанциялы семинар-кәңәшмә уҙҙы. Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов һәм Ҡырғыҙстандың Ислам университеты ректоры Марс Ибраев телекүпер форматында хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләне. Әңгәмәлә республикаларҙың дин вәкилдәре ҡатнашты.
Телекүперҙе Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин асты. Ул Ҡырғыҙстан менән мөмкин булған берлектәге проекттар хаҡында ентекле һөйләне. Сығышта традицион ислам ҡанундары буйынса дин әһелдәрен әҙерләүҙә Рәсәй яғынан ярҙамға баҫым яһалды.
Артур Сөләймәнов имамдарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса программа сиктәрендә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте. Бер нисә йыл инде ул Өфөлә Рәсәй Ислам университетында тормошҡа ашырыла. Йыл һайын бында бөтә Рәсәйҙән 400-гә яҡын имам курстар үтә.
Ислам дине белгесе һүҙҙәренсә, Ҡырғыҙстан ҡануниәтен иҫәпкә алып, белем биреү программаһына төҙәтмәләр индереү мөмкинлеге бар.
Ҡырғыҙстандың Ислам университеты ректоры Марс Ибраев телекүперҙә ҡатнашыусыларҙы республикала дини белем биреүҙең бөгөнгә хәле менән таныштырҙы. Традицион ислам вәкилдәре юлыҡҡан дөйөм хәүефтәргә айырым туҡталды. Ул тәжрибә алмашыу хәҙерге саҡырыуҙарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.
Раил Әсәҙуллин артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн байтаҡ йүнәлештәр тәҡдим итте. Яҡтар рус телен үҫтереү буйынса эште артабан да дауам итергә һөйләшеп килеште.
Ҡырғыҙстандан телекүперҙә ҡатнашыусылар коллегаларын ҡырғыҙ мәктәптәрендә рус телен уҡытыу буйынса журналдың 60 йыллығына саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика