03:20 (UTC+5), 27 Марта 2017

Өфөлә йәш дизайнерҙар йырсы Полина Гагарина өсөн модалы кейем-һалым әҙерләне

автор
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә йәштәргә юғары мода донъяһына ишек асылды. 26 мартта республиканың баш ҡалаһында ғәҙәти булмаған сара уҙҙы. Кейем модаһы һәм дизайны менән мауығыусы 18 йәшкә тиклемге йәштәр йырсы Полина Гагарина өсөн модалы кейем-һалым әҙерләне. Белгестәр хөкөмөнә йырсы өсөн ҡупшы киске кейем-һалым, төрлө күлдәктәр, сәхнә образдары тәҡдим ителде.
Фэшн-көн ойоштороусыларҙың видеосәләмләүенән башланды, Рәсәйҙең алдынғы дизайнерҙары өфөләргә модалы кейем тегеү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Артабан йәш таланттар «ижади лаборатория»ла ҡатнашты, уның сиктәрендә «Поколение М» конкурсының Өфө этабы өсөн Полина Гагаринаға 50-ләгән күлдәк эскизын төшөрҙө. Еңеүсе Һамарҙа FashionDay сараһына барасаҡ. Унда Даша Гаузерҙың модалы коллекцияһын күрһәтеү сараның кульминацияһы буласаҡ.
Һуңынан конкурстың федераль этабы үтәсәк. Бөтә Рәсәйҙән бер нисә финалсыны Мәскәүгә барыу һәм Рәсәйҙең алдынғы модельерҙары етәкселегендә үҙ коллекцияһы өҫтөндә эшләү көтә.
«Сара хаҡында социаль селтәрҙәрҙән белдем, ул миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға күрә унда мотлаҡ ҡатнашырға булдым. Был яңы тәжрибә, ошо проект үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, тип уйлайым. Мин бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдым, яңы кешеләр менән таныштым, аралаштым. Миңә бик оҡшаны!», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сарала ҡатнашыусыларҙың береһе Диана Невская.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика