07:53 (UTC+5), 27 Марта 2017

Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Ҡурай байрамында ҡатнаша

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Ҡурай байрамында ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Барҙа районы хакимиәте башлығы Сергей Ибраев ҡабул итте. Унда Барҙа районының республика менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында.
Сергей Ибраев һүҙҙәренсә, Барҙа — башҡорттар тығыҙ йәшәгән район, һәм Башҡортостандан айырылып йәшәү дөрөҫ булмаҫ ине.
«Ғәйнә башҡорттары үҙҙәренең йолаларын хөрмәт итә, мәҙәниәтен, телен һаҡлай һәм үҫтерә. Йыл һайын «Барҙа йыйыны»нда ат сабышы, милли көрәш һәм күргәҙмәләр, фольклор уйындары ойошторола. Унан алдағы йылда Башҡортостандың Тәтешле районы делегацияһы килгәйне. Ләкин былтыр республиканан бер кем дә булманы. Элекке бәйләнештәрҙе тергеҙергә теләйбеҙ, республика етәкселегенә саҡырыу ебәрҙек. Һеҙҙән, хөрмәтле вәкилдәр, ошо мәсьәләлә ярҙам итеүегеҙҙе көтәбеҙ», — тип мөрәжәғәт итте Сергей Ибраев делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаевҡа.
«Барҙа йыйыны» — ике йөҙ йылдан ашыу тарихы булған үҙенсәлекле милли байрам. Байрамда йыл һайын 10 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Улар Барҙа районында йәшәүселәр генә түгел, Пермь крайы ҡунаҡтары ла. «Барҙа йыйыны» район һәм ошонда йәшәгән кешеләр менән тығыҙ бәйләнгән.
Ғәйнә башҡорттарының бай тарихи һәм этномәҙәни мираҫы район үҫешенең мөһим социомәҙәни ресурсы булып тора. «Барҙа йыйыны»ның байрам программаһы сағыу мәҙәни һәм спорт ваҡиғаларына, фестивалдәргә бай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика