05:15 (UTC+5), 24 Март 2017

Туймазыла татар ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәк асылды

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәнир Ғәлимовтың аҡсаһына төҙөлгән ике ҡатлы бинала татар ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәк урынлашты. Уның төп эшмәкәрлек йүнәлеше – Туймазы татарҙарына мәҙәни яҡтан аң-белем таратыу, милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү.
Үҙәктә осрашыуҙар уҙғарыу, мәҙәни-ял итеү сараларын ойоштороу, кинолар күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Балаларға туған телде уҡытыу өсөн класс асылған. Яҡын ваҡытта татар бейеү һәм йыр, ҡул эштәре түңәрәктәре эшләй башлаясаҡ. Балаларҙы боронғо йолалар һәм халыҡ уйындары менән таныштырасаҡтар.
Ошо үҙәктә шулай уҡ үҙ радиостудияһы бар, ул татар телендә музыкаль клиптар һәм тематик тапшырыуҙар сығара, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика