09:32 (UTC+5), 24 Марта 2017

Туберкулез дарыуҙарға бирешмәй – эксперт

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Туберкулездың дарыуҙарға бирешмәүе уны дауалауға бәйле хәлде ҡатмарлаштыра, тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт медицина университетының фтизиопульмонология кафедраһы мөдире, профессор Хәниф Әминев.
Белгестәр быны күп дарыуҙарға тотороҡлолоҡ, йәғни тотороҡло туберкулез бактериялары тыуҙырған сир тип атай, уны ябай препараттар менән дауалап булмай.
«Рәсәйҙә һәр өсөнсө ауырыу — күп дарыуҙарға тотороҡло. Ошондай бер сирлене дауалау хаҡы ике меңдән алып 20 мең долларға тиклем тәшкил итә», — тип белдерҙе Хәниф Әминев.
Дауалау ярты йылдан алып ике йылға тиклем дауам итә. Профессор билдәләүенсә, хәҙер ауырыуҙы иҫкәртеүгә һәм алдан асыҡлауға баҫым яһала.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4,5 мең сирле иҫәптә тора. Шуның менән бергә республикала туберкулезға ҡаршы хеҙмәткә ҙур иғтибар бүленә. Уның Өфөлә төп учреждениеһы һәм төбәктең ҙур ҡалаларында һигеҙ филиалы бар. Бынан тыш, ике автономлы учреждение — Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа туберкулезға ҡаршы диспансерҙар эшләй. Бөтә ҡала һәм үҙәк район дауаханаларында фтизиатрҙар бар, йәмғеһе 51 белгес, йәғни республика туберкулезға ҡаршы хеҙмәт белгестәре менән тулыһынса тәьмин ителгән, тип билдәләне Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының медицина буйынса баш табип урынбаҫары Эдуард Дәминов.
Башҡортостандағы туберкулезға ҡаршы хеҙмәттең матди-техник базаһы башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тип өҫтәне ул.
«Өс йыл элек заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы хирургия комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Беҙ күп кенә төбәктәр яһай алмаған хирургик операциялар үткәрәбеҙ. Йыл һайын табиптар 700 ҡатмарлы операция яһай», — тип асыҡлыҡ индерҙе Эдуард Дәминов.
Белешмә. Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө — иҫтәлекле дата, ул 1993 йылда туберкулезды глобаль проблема тип иғлан иткән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы буйынса йыл һайын 24 мартта билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика