07:01 (UTC+5), 24 Марта 2017

Өфөлә һыу баҫыу зонаһына ингән райондарҙың исемлеге төҙөлдө

Олег Яровиков, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Өфөнөң һыу баҫыу зонаһына ингән биҫтәләре исемлеген төҙөнө. Исемлек һыу кимәленең күтәрелеүенә ярашлы төҙөлгән. Мәҫәлән, яҙ һайын Ағиҙелдең иҫке үҙәне ташыу һөҙөмтәһендә Козарез ҡасабаһына юлды һыу баҫа — бының өсөн һыу кимәленең 500 сантиметрға күтәрелеүе лә етә. Әгәр ул 900 сантиметрға күтәрелһә, Кооператив ялан биҫтәһендәге 524 йорт, шул иҫәптән 34-се мәктәп һәм поликлиника биләмәһе һыу аҫтында ҡаласаҡ.
Ҡариҙел йылғаһының 750 сантиметрға тиклем күтәрелеүе Калинин районындағы «Йылға таңдары» профилакторийына юлды ябасаҡ. 950 сантиметрға етһә, Шакша, Максимовка, Инорс биҫтәләрендә йәшәгән 865 кешегә хәүеф янай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Ағиҙелдә ташҡын 25 апрелдә иң юғары кимәленә – 756 сантиметрға етте. Өфө йылғаһында иң юғары күрһәткес 24 апрелдә теркәлде – 769 сантиметр. Был һандар фараздарға тап килде: Ағиҙелдә максималь кимәл – 730-830 сантиметр, Ҡариҙелдә 760-860 сантиметр булыр тип көтөлгәйне.
Былтыр Ағиҙелдә боҙ аҙна-ун көнгә алдараҡ — 3 апрелдә китә башланы. Ағымдағы йылғы ташҡынға прогноз 27 мартта билдәле буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометта.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика