10:43 (UTC+5), 24 Марта 2017

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары һәм исемдәр менән билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йома, 24 мартта, Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный тапшырҙы. Ул бүләкләнеүселәргә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был көндө сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт кеүек тармаҡтарҙың 60 хеҙмәткәре дәүләт наградаларын алды. Улар араһында — дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, дөйөм белем биреү, музыка һәм спорт мәктәбе директорҙары һәм уҡытыусылары, музей хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, табиптар, шәфҡәт туташтары, бухгалтерҙар, тракторсылар, станоксылар, артистар.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ике солисы — Фәдис Ғәниев һәм Артур Туҡтағолов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
«Һәр наградам үҙенсә ҡәҙерле, әммә быныһы — иң мөһиме, минең артислыҡ эшмәкәрлегем республикабыҙға хеҙмәт итеүгә индергән өлөш булараҡ баһаланды. Бындай юғары баһа ижад итергә һәм йәшәргә көс бирә. Юбилейым уңайынан күрше өлкәләргә ҙур гастроль программаһы ҡаралған. Унда йәшәгән милләттәштәребеҙ тамырҙарын, телен, мәҙәниәтен онотмаһын өсөн төркөмөбөҙ менән йыш гастролдәргә сығабыҙ», — тип һөйләне Артур Туҡтағолов.
Шулай уҡ атҡаҙанған мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тигән маҡтаулы исемдәр, «Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе», «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», «Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.
«Бында талантлы, сағыу шәхестәр, үҙ эшенең ысын оҫталары йыйылған. Һәммәгеҙҙе лә республикабыҙ һәм илебеҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, Тыуған илебеҙҙе үҫешкән, тыныс, тотороҡло итеп күрергә ынтылыу берләштерә. Һеҙҙең һәр берегеҙ юғары профессионаллек, илһөйәрлек, Ватанға намыҫлы хеҙмәт өлгөһө булып тора. Республикабыҙҙа алтын фонд, һеҙҙең кеүек кешеләр булғанлыҡтан, беҙ киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ», — тине Владимир Нагорный, наградалар тапшырып.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика