05:31 (UTC+5), 24 Марта 2017

Башҡортостандың ауыл хужалығы кооперативы рәйесе юғары дәүләт наградаһын алды

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған көндә Нижегород йәрминкәһенең Президент залында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт Башлығының ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы халҡына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһына Волга буйы федераль округы төбәктәренән Түбәнге Новгородҡа төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, табиптар, предприятие һәм ойошма етәкселәре, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде. Башҡортостан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Сыуашстан, Пермь крайы, Нижегород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау һәм Ульяновск өлкәләре вәкилдәре орден-миҙалдарға һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
«Тәү сиратта һөнәрҙәрендә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҙур уңыш ҡаҙанған, шулай уҡ хәүефле шарттарҙа ғүмерен аямай батырлыҡ күрһәткән, Рәсәй Федерацияһы Президентының юғары баһаһына лайыҡ булған граждандарҙы ихлас күңелдән ҡотлап үткем килә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, яуаплы булыуығыҙ, шәхси сифаттарығыҙ күп кешеләр өсөн әҡлаҡи һәм профессиональ өлгө булараҡ хеҙмәт итә», — тине тулы хоҡуҡлы вәкил, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Михаил Бабич Мәсетле районының «Ленин» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Павел Ватолинға ауыл хужалығы өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтеп, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем биреү тураһындағы документты тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһынан һуң ҡунаҡтар Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, үҙҙәренең төбәктәге эше һәм тормошо хаҡында фекер алышты, тип хәбәр иттеләр тулы хоҡуҡлы вәкилдең матбуғат хеҙмәтендә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика