12:44 (UTC+5), 24 Март 2017

Баш ҡалала Экологик театрҙар фестивале уҙғарыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы башланғысы буйынса 28 мартта Өфөлә Экологик театрҙар фестивале ойошторола.
Тамашасыларға Әлшәй, Асҡын, Белорет, Бөрө, Благовещен, Благовар, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Ишембай, Краснокама, Миәкә, Салауат, Шишмә, Учалы, Хәйбулла райондарынан һәм Ағиҙел ҡалаһынан коллективтар ҡатнашлығында 21 спектакль тәҡдим ителә. Уларҙың барыһы ла проекттың ситтән тороп ҡатнашыу этабында жюри тарафынан һайлап алынған.
Спектаклдәрҙә тәбиғәттең бысраныуына, һыуҙарҙың һайығыуына юл ҡуймау, йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһының йәшәү мөхитен һаҡлауҙың мөһимлеге кеүек темалар күтәрелә.
Шуныһы мөһим — фестивалдә ҡатнашыусылар ижад аша экологик проблемаларҙың асылын сағылдыра, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Проекттың маҡсаты — йәш быуындың иғтибарын тәбиғәтте һаҡлау темаһына йәлеп итеү, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, экологик йәшәү рәүешен популярлаштырыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика