17:28 (UTC+5), 23 Март 2017

Төбәктең барлыҡ райондарында ла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бригадалар төҙөлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн авария бригадалары төҙөлгән. Техника һәм махсус ҡорамалдар әҙерләнгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
«Һуңғы йылдарҙа республикала ташҡын буйынса хәл тыныс булыуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки быйылғы яҙ үткәндәренән айырыла», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев Стәрлетамаҡта ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының күсмә ултырышында.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, былтыр көҙ тупраҡтағы дым һәм быйыл яуған ҡар запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғары. Быйыл ҙур һыуҙың уҙған йылға ҡарағанда һуңыраҡ килеүе ихтимал. Ләкин барыһы ла ҡарҙың нисек иреүенә бәйле, тип билдәләй белгестәр.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәр йорт тикшерелә, һыубаҫар урындарҙа йәшәгән балаларҙың, яңғыҙ пенсионерҙарҙың, түшәктә ятҡан сирлеләрҙең һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемлеге төҙөлә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яҙғы ташҡынға ҡаршы эштәрҙе ойоштороу өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше, 1,5 меңдән ашыу берәмек техника һәм йөҙөү ҡулайламаһы йәлеп ителгән.
Март аҙағында ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының киңәйтелгән ултырышы уҙғарыла. Унда аныҡ фараздар һәм бурыстар яңғыраясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика