07:29 (UTC+5), 23 Март 2017

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә. Кесе йома, 23 мартта, төбәктә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы, Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып. Төбәктең айырым бер көньяҡ-көнсығыш райондарында еңелсә епшек ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, көньяҡ буйынса ҡапыл иҫкәндә секундына 15-17 метр. Һауа температураһы төндә -5,-10, урыны менән -15,-20, көндөҙ +3,+8, урыны менән -3 градус тәшкил итәсәк. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында еңелсә томан төшөүе фаразлана. Күреү мөмкинлеге бер-ике саҡрым тәшкил итәсәк.
Ел көсәйгән осраҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бинанан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш итә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Дауыл осоронда электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә.
Электр селтәрҙәрендә көсөргәнешлек үҙгәргәндә янғын сыҡмаһын өсөн бөтә көнкүреш приборҙарының шнурын розетканан тартып алыу зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика