11:47 (UTC+5), 23 Марта 2017

Республикала СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ирекмәндәр командаһы булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге менән берлектә ошо сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса халыҡ менән эшләү өсөн ирекмәндәр командаһын булдыра.
Башҡорт дәүләт медицина университетының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Юлиә Лоҡманова әйтеүенсә, пилот проекты волонтерҙарға үҙәктә уҡырға тәҡдим итә. Дәрестәрҙе юғары квалификациялы белгестәр алып бара. Уҡыу апрель баштарында башлана.
Бынан һуң ирекмәндәр командаһының ВИЧ/СПИД-инфекцияларҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы үҙаллы үткәреү мөмкинлеге буласаҡ. Волонтерҙар мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында, балалар йорттарында һәм башҡа учреждениеларҙа сығыш яһай аласаҡ.
Проекттың төп бурысы — ошо ауырыуҙарҙың хәүефе тураһында халыҡҡа еткереү.
Сараны ойоштороусылар фекеренсә, проектта ҡатнашыусылар яңы белем аласаҡ, тәжрибә туплаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика