08:15 (UTC+5), 23 Марта 2017

Республикала башланғыс синыф уҡыусыларын кластан тыш эшкә өйрәтәләр

Екатерина Савельева
Екатерина Савельева
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған көндәрҙә Бәләбәй ҡалаһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының инновацион майҙансығы булған Башҡорт гимназия-интернатында башланғыс класс уҡытыусыларының «Башланғыс мәктәптең полимәҙәни белем биреү киңлегендә дәрестән тыш эшмәкәрлек моделен булдырыу» тигән темаға республика ғилми-ғәмәли семинары уҙҙы. Сараны ойоштороусылар – Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бәләбәй районының Мәғариф идаралығы, Бәләбәйҙең Башҡорт гимназия-интернаты.
Бәләбәй районының белем биреү сәйәсәтендә һәр саҡ йолалар һәм яңы асыштар бергә эшләп килде. Бөгөн халыҡтарҙың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу – мәктәп уҡыусыларына тәрбиә биреүҙә тәү сираттағы бурыс. Шул йәһәттән, 2016 йылдың октябрендә Бәләбәйҙең Башҡорт гимназия-интернаты «Полимәҙәни мөхит шарттарында башланғыс класс уҡыусыларында ижади әүҙемлекте үҫтереү» темаһы буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетының селтәрле инновацион майҙансығына әйләнде.
Бәләбәйҙә уҙғарылған семинарҙың ғилми етәксеһе – педагогик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы доценты Екатерина Савельева. Семинарҙың маҡсаты – башланғыс класс уҡытыусыларын тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендәге инновацион алымдар менән таныштырыу. Уларҙы Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары әҙерләгән һәм Бәләбәйҙең Башҡорт гимназия-интернатына индерәләр. Семинар барышында икенсе класс уҡыусылары менән дәрестән тыш эш уҙғарыу буйынса «Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары» һәм «Бәләбәй ҡалаһы буйынса сәйәхәт» исемле оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Шулай уҡ башланғыс класс уҡытыусылары полимәҙәни аралашыу шарттарында кластан тыш эш ойоштороу, уҡыусыларға полимәҙәни тәрбиә биреүҙә ғаиләнең роле, дәрестән тыш эш ойоштороуҙа төбәктең үҙенсәлектәре буйынса докладтар менән сығыш яһаны.
«Кластан тыш эш ул уҡытыу-тәрбиә биреү процесында төп нигеҙҙәрҙең һәм уҡыусыларҙың буш ваҡытын ойоштороу формаларының береһе булып тора. Бәләбәйҙәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн үҙ ихтыяждарын үҫтерергә, полимәҙәни фекерләргә өйрәнергә, уңышлы йәмғиәтләшергә, мәҙәни йолаларҙы, нормаларҙы һәм ҡиммәттәрҙе үҙләштерергә мөмкинлек биреүсе мәғариф киңлеге булдырылды», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Екатерина Савельева.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика