10:27 (UTC+5), 22 Марта 2017

Төбәктә ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеүенә реагенттар сәбәпсе булған

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Стәрлетамаҡта ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеү сәбәбен асыҡланылар. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, урындағы халыҡ урамдарҙа үлгән йәки яраланған ҡоштарҙы тапты. Уларҙы кемдәрҙер махсус рәүештә аталар тигән фараздар булды.
Стәрлетамаҡ телевидениеһының мәғлүмәттәре буйынса, ҡоштарҙың кәүҙәһе тикшереүгә тапшырылды, ветеринарҙар атыу эҙҙәрен тапманы. Әммә юлдарға һибелгән реагенттарҙың составында булған химикаттарҙың өлөшсәләре асыҡланған.
«Ҡыҙылтүштең ашҡаҙаны эсендәге нәмәне химик-токсикология тикшереү һөҙөмтәһе 0,37 процент хлорид тәшкил итеүен күрһәтте, ул ҡоштарҙың ағыуланыуына килтергән норманан 1,5 тапҡырға күберәк», — тип һөйләне Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы биология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Юлиә Мясина.
Моғайын, ҡоштар ҡарҙа емеш эҙләргә тырышып, ирекһеҙ рәүештә реагент бөртөктәрен ашаған, һөҙөмтәлә улар ныҡ ҡына ағыуланған һәм үлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика