12:30 (UTC+5), 22 Марта 2017

Төбәктә йәшәүселәр өсөн эшкә урынлашыу һәм торлаҡ менән тәьмин ителеү төп мәсьәлә булып ҡала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн эшкә урынлашыу һәм лайыҡлы торлаҡ менән тәьмин ителеү иң киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошо проблемаларға бәйле.
Республикала билдәле йырсы ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллинға туғанын эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Йәш ҡатын музыкаль педагогик белемгә эйә һәм тыуған төйәгенә файҙа килтерергә теләй. Әле ул Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Раил Әсәҙуллин уның белеме һәм тәжрибәһе ниндәй өлкәлә файҙалы буласағын билдәләү өсөн йәш белгес менән осрашып һөйләшергә вәғәҙә итте.
Өфөнән бер ҡатын социаль торлаҡ алыуҙа ярҙам һораны. Ул инвалид туғаны менән коммуналь фатирҙа йәшәй. Бына инде 20 йылдан ашыу фатирға сиратта тора. Бөтә документтарҙы ҡарағандан һуң ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе ошо ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса аныҡ саралар күреү өсөн мөрәжәғәт итеүсе менән тағы ла бер тапҡыр осрашасаҡ.
Төбәктә билдәле уҡытыусы Раил Әсәҙуллинға һәләтле балалар менән эшләү буйынса яңы идеялар менән килгән. Дмитрий Медведевтың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе даими рәүештә танылған уҡытыусының тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә. Ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе уҡытыусыға башланғысы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм юбилейы менән ҡотланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика