02:09 (UTC+5), 22 Марта 2017

Республиканың мәғариф министры балалар баҡсаһы өсөн компенсацияның ниндәй осраҡта һаҡланыуын аңлатты

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй» медиа үҙәгендәге матбуғат конференцияһында республикала ғаиләнең ниндәй килемендә балалар баҡсаһы өсөн компенсация һаҡланыуын аңлатты.
Әгәр элек балалар баҡсаһы өсөн субсидия (тәүге бала өсөн – 20 процент, икенсегә – 50 процент, өсөнсөгә – 70) менән төбәктең бөтә халҡы ла файҙалана алһа, 1 марттан уны ысынлап мохтаждар ғына ала. Адреслыҡ принцибынан үтәүҙән сығып социаль ярҙам күрһәтеләсәк.
Гөлназ Шафиҡованың әйтеүе буйынса, 20, 50 һәм 70 процентлы компенсация тороп ҡала, уға ата-әсәләрҙең береһе дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә килеме һәр кемгә 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы күләменән артмаҫҡа тейеш. Бөгөн республикала йәшәү минимумы 8323 һум тәшкил итә. Тимәк, һәр ғаилә ағзаһына 12 485 һумдан күберәк тура килмәгән ғаиләләр компенсацияға дәғүә итә ала.
«Был компенсацияны алыу өсөн 1 майға ҡәҙәр 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы күләменән әҙерәк килем алыуығыҙҙы раҫларға, йәғни тейешле белешмә тапшырырға кәрәк, — тип аңлатты республиканың мәғариф министры. — Беҙҙең яҡынса фараздар буйынса, бөгөнгә республикала тик 7-8,5 проценты ғына ошо ташламаны алмаясаҡ».
Муниципаль райондарҙа ата-әсәләргә белешмә алыу буйынса тотош эш механизмын һәм алгоритмын аңлатырға тейештәр.
Алдағы айҙарға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк түләү хаҡында квитанция алған ата-әсәләргә нимә эшләргә кәрәк тигән һорауға Гөлназ Шафиҡова: үрҙә аталған (йәшәү минимумы хаҡында) шарттарға тура килгәндәрҙең барыһына ла яҡын ваҡыт эсендә ҡайтанан иҫәпләнәсәк, тип яуапланы.
Балалар баҡсаһына сиратта 1,5 йәштән өс йәшкәсә 48 меңләп бала тора, тип билдәләне ведомство башлығы. 2025 йылға был мәсьәлә яңы алмаш формаларын индереү һәм төҙөлөш иҫәбенә хәл ителәсәк.
«Бөгөнгө көнгә республикала 1,5 йәштән ете йәшкә тиклемге мәктәпкәсә балаларҙың 89 проценты балалар баҡсаһына йөрөй», — тигән мәғлүмәттәрҙе килтерҙе мәғариф министры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика