15:17 (UTC+5), 22 Марта 2017

Башҡортостан мәктәптәрендә биш көнлөк уҡытыу: булырғамы, әллә булмаҫҡамы?

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Биш көнлөк уҡытыуҙы индереү район ҡарамағында. Был хаҡта Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй» медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.
«Өфө хаҡында һүҙ алып барғанда, бында район хакимиәте хәл итә», — тип аңлатма бирҙе ведомство башлығы.
Баш ҡаланың Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, башланғыс мәктәптә биш көнлөк уҡытыу рөхсәт ителә.
«Бөгөн беҙ башланғыс класс уҡыусылары тураһында ғына һөйләйбеҙ, сөнки 23-26 сәғәтлек уҡыу планы биш көнгә һыя, — тип асыҡлыҡ индерҙе Елена Хаффазова. — Киров районы ике йыл рәттән башланғыс мәктәп өсөн биш көнлөк уҡытыу системаһы буйынса пилот проектында эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, һаман да уҡыу йөкләмәһенең күп булыуы тураһында һорауҙар тыуа».
Уның фекеренсә, урта һәм өлкән звеноларҙа алты көнлөк уҡытыуҙа ҡалыу яҡшыраҡ.
«Әгәр СанПин мәсьәләһен күҙәтеү органдары яғынан ҡарағанда, 5-11 кластарҙың уҡыу планындағы 34 сәғәтте биш көнгә һыйҙыра алмайбыҙ, — тине Елена Хаффазова. — Шуға күрә беҙ ата-әсәләрҙең балаларҙы биш көнлөк уҡытыуға күсереү үтенесен кире ҡаға алабыҙ, сөнки санитар ҡағиҙәләр һәм нормалар баланың бер көнлөк йөкләмәһен уҡыу сәғәттәре буйынса билдәләй».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика