09:41 (UTC+5), 21 Марта 2017

Республиканың уҡытыусылар командаһы «РобоФест-2017» кубогында иң яҡшыһы булды

Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт Дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары Мәскәүҙә тамамланған «РобоФест-2017» уҡытыусылар кубогында еңеүселәр булды. Шулай уҡ уларҙың тәрбиәләнеүселәре – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы «Сәнәғәт робототехникаһы һәм медицина физикаһы» үҙәге коллективының ғилми-методик етәкселегендә эшләүсе Стәрлетамаҡ һәм Раевка ҡасабаһының йәш робот эшләүселәре фестивалдә республиканан тәүге чемпиондар тип танылды. Улар – «Arduino» ярыштарында иң яҡшылар, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә.
Быйыл бәйгенең бөтә Рәсәй этабына төбәктәге ярыштар һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған биш меңдән ашыу ҡатнашыусы ғариза тапшырҙы. Башҡортостандан «РобоФест-Стәрлетамаҡ» төбәк робототехникаһы фестивале еңеүселәре, шул иҫәптән «Толтек – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы» командаһы сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика