05:48 (UTC+5), 21 Марта 2017

Башҡортостанда ташҡындың уртаса кимәлдән юғарыраҡ булыуы көтөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл республикала ташҡындың уртаса кимәлдән юғарыраҡ булыуы көтөлә, тип белдерә белгестәр.
Ысын яҙ Башҡортостанда 4-8 апрелдә башлана, йылғалар 10-15 апрелдә «уяна». Ташҡын буйынса рәсми фараз 25 мартта иғлан ителә, һәм шул саҡта апрелдә ниндәй һауа торошон көтөргә кәрәклеге билдәле буласаҡ. Әгәр ул йылы булһа, синоптиктар ташҡындың көслө буласағын фаразлай.
Башгидромет прогнозы ҡарҙың ҡалынлығын авиация гамма-төшөрөү мәғлүмәттәренә лә нигеҙләнә. Был ташҡын осорон анығыраҡ иҫәпләргә мөмкинлек бирәсәк. Бындай алым 2015-2016 йылдарҙа ҡулланылғайны. Шуға күрә быйыл төбәктә эштәрҙең географияһы киңәйә. Мәҫәлән, былтыр улар Ағиҙел йылғаһы бассейнында үткәрелһә, хәҙер иһә гамма-төшөрөү Урал йылғаһы бассейнын да үҙ эсенә ала.
«Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бурысы — максималь күрһәткестәргә, максималь ташҡынға әҙер булыу. Халыҡты яҡлау буйынса бөтә мөмкин булған саралар күреү. Урындағы халыҡҡа ла әҙерләнергә кәрәк. Йорттары, баҡсалары йәки дачалары һыубаҫар урында урынлашҡандарға мөлкәттәрен алдан һаҡлау йәки уны страховкалау зарур, — тип аңлатма бирҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев. — Ташҡын күп осраҡта һауа шарттарына бәйле. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда тәү сиратта үҙеңде тыныс тоторға, паникаға бирелмәҫкә һәм 112 номеры буйынса муниципаль берәмектең берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итергә кәрәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика