05:30 (UTC+5), 21 Март 2017

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 25-се «Студент яҙы»н ҡаршылайҙар

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 25-се «Студент яҙы» башлана. Студенттар өсөн был фестиваль – үҙҙәрен, ижадтарын һәм тормошҡа ҡарашын күрһәтеү мөмкинлеге.
Ул иң тәүҙә факультеттарҙа уҙа, артабан иң яҡшы номерҙар дөйөм юғары уҡыу йорто гала-концертына һайлап алына һәм һуңынан ғына жюри кемдәр дөйөм республика йомғаҡлау концертында сығыш яһаясағын иғлан итә.
Башҡорт дәүләт университетында фестивалде 27 мартта филология факультеты аса. Конкурс марафоны 3 апрелдә университеттың физика-техник институты студенттарының сығышы менән тамамлана, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә.
2017 йыл «Рәсәй студент яҙы» өсөн — юбилейлы, фестивалде ойоштороуға 25 йыл.
«Быйыл командаларҙың сығыштары өсөн тема ирекле, — тип һөйләне Башҡорт дәүләт университетының Студенттар клубы директоры һәм режиссеры Розалия Таһирова. — Йәштәр университет, студент тормошона ла, шулай уҡ экология темаһына ла мөрәжәғәт итә ала, сөнки быйыл – Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылы».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика